💥 Йыуындырып, үҙенә алмаш үҫтереп ала — 16 июля 2026 г. в 05:08:28.460
💥 Йыуындырып, үҙенә алмаш үҫтереп ала ⚽ Футбол буйынса донъя чемпионатының финалсылары билдәле булды: ярымфиналда Испания Францияны еңһә, Аргентина Англиянан көслөрәк булып сыҡты. 🔷Хәҙер 20 июлдә чемпион кубогы өсөн Аргентина менән Испания көс һынаша. Унда карьераһы тамамланыуға табан барған Лионель Месси һәм йәш йондоҙ Ламин Ямаль бер-береһенә ҡаршы уйнаясаҡ. 🔶Шуныһы ҡыҙыҡ, 2007 йылда Месси уйнаған "Барселона" клубы хәйриә календары әҙерләй, һәр бер айға бер футболсы кескәй балалар менән бергә фотоға төшә. Был акцияла 20 йәшлек Лионель балалар ваннаһында ултырған биш айлыҡ Ямалде йыуындырып фотоға төшә. ❗️2026 йылда ике йондоҙ футбол яланында беренсе тапҡыр осрашасаҡ: финалда 39 йәшлек Месси һәм 19 йәшлек Ямаль уйнай. 🔥 Кем еңер? Ҡарайбыҙ!

