Ауыл хакимиәттәре башлыҡтары ла изгелек акцияһына ҡушыла. — 13 июня 2026 г. в 07:39:33.853
Ауыл хакимиәттәре башлыҡтары ла изгелек акцияһына ҡушыла. "Таң менән изгелек ҡыл!" акцияһын ауыл биләмәләре башлыҡтары араһында Байғаҙы ауыл хакимиәте башлығы Азат Мәжитов башлап ебәрҙе. Ул ауыл хужалығында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Йәүҙәт Әхмәтзата улы Мәзитовҡа "Таң" гәзитенә подписка бүләк итте һәм эстафетаны Кейекбай ауыл хакимиәте башлығы Алтыншин Азамат Ғәйфулла улына тапшырҙы. #Таң_менән_изгелек_ҡыл #ДобраяПодписка
196 просмотров

