Хөрмәтле район халҡы һәм ҡунаҡтары! — 12 июня 2026 г. в 16:11:51.036
Хөрмәтле район халҡы һәм ҡунаҡтары! 13 июндән махсус бойороҡҡа тиклем республика урмандарында янғынға ҡаршы махсус режим индерелә. Усаҡ яғыу, ҡоро үлән яндырыу, сүп-сар яғыу тыйыла. Урман менән сиктәш биләмәләрҙә лә ут менән һаҡ булығыҙ. Үҙ биләмәләрегеҙҙә ваҡытында ҡый үләндәрен сабып, сүп-сарҙы йыйып тороғоҙ. Ут сығанаҡтарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Һүндерелмәгән шырпы, тәмәке төпсөктәрен ташламағыҙ. Балаларға ут менән һаҡ булырға кәрәклеген һөйләп, аңлатып тороғоҙ. Бәләкәй генә осҡондан ҙур янғын сығып, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҙур майҙандарҙы ялмап алыуы ихтимал икәнен онотмағыҙ. Ябай, әммә мөһим хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү үҙегеҙҙең, эргә - тирәләге кешеләрҙең, тәбиғәттең именлеге өсөн бик мөһим. Иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ. Янғын йә ниндәйҙер ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡҡан осраҡта, 112 телефонына шылтыратығыҙ! Уважаемые жители и гости района! С 13 июня 2026 года до особого распоряжения в лесном фонде республики вводится особый противопожарный режим. Запрещается разведение костров, пал травы, сжигание мусора. Будьте внимательнее и на земельных участках, примыкающих к лесам. Необходимо своевременно организовать скашивание сорной травы, уборку мусора на своих территориях. Не оставляйте без присмотра источники огня, включая непотушенные спички и окурки. Разъясните детям, что нельзя играть с огнем. Помните, что один небольшой очаг может быстро превратиться в масштабный пожар, угрожающий вашим домам, лесам и всему живому. Соблюдение этих простых правил – залог вашей безопасности и сохранности нашего общего дома. В случае возникновения пожара или любой экстренной ситуации звоните по номеру 112!

