Хөрмәтле медицина хеҙмәткәрҙәре һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветерандары! — 21 июня 2026 г. в 04:29:40.273
Хөрмәтле медицина хеҙмәткәрҙәре һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветерандары! Һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым һәм йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәремде еткерәм! Һәр заманда ла медицина хеҙмәткәрҙәренең эше хөрмәткә лайыҡ. Һеҙ һайлап алған һөнәрегеҙгә тоғро ҡалып, кешеләргә иң ауыр минуттарҙа ярҙамға киләһегеҙ. Йылы һүҙҙәрегеҙ, иғтибарығыҙ менән халыҡтың һаулығын һәм иң мөһим байлыҡ - кеше ғүмерен һаҡлауға әһәмиәтле өлөш индерәһегеҙ. Еңел булмаған көндәлек хеҙмәтегеҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәтемде белдерәм. Һеҙгә хас булған яуаплылыҡ һәм эшһөйәрлек менән киләсәктә лә үҙегеҙгә йөкмәтелгән бурыстарҙы уңышлы үтәп, халыҡҡа эскерһеҙ хеҙмәт итерһегеҙ, тип ышанам. Айырым рәхмәт һүҙҙәрен был изге һөнәргә ғүмерҙәрен арнаған һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветерандарына юллайым. Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек, сабырлыҡ һәм эштәрегеҙҙең һәр саҡ уң булыуын теләйем! Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Р.М. Абдуллин

