Килдеғол мәҙәниәт йорто тау башында урынлашҡан. Яҡында һыу алырға урын булмау сәбәпле, ... — 19 июня 2026 г. в 09:36:56.975
Килдеғол мәҙәниәт йорто тау башында урынлашҡан. Яҡында һыу алырға урын булмау сәбәпле, оҙаҡ йылдар дауамында, мәҙәниәт йортона йыраҡтан, һыуҙы көйәнтәләп текә тауға үрләргә тура килә торғайны. Быйылғы отчет йыйылышында тағы ла ошо һорау күтәрелде. Ниһайәт, район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин, район бюджетынан Килдеғол мәҙәниәт йортона һыу үткәреү өсөн 197 мең һум бүлергә ҡарар сығарҙы. Баймаҡ егеттәре мәҙәниәт йорто янында 30 метр тәрәнлектә скважина быраулап, һыу сығарып бирҙеләр. Илһам Гайнуллин эксковатрлы тракторы менән канализация өсөн соҡор һәм торба һалырға траншея ҡаҙҙы, шулай уҡ бер юлы туалет соҡоро ла эшләне.Илназ Искужин килеп, беларусы менән бетон ҡуласаны соҡорға төшөрөп китте. Бинаға һыу үткәреү эштәрен Рудамиль Мустафин башҡарҙы. Клубтың ике бүлмәһенә йылы һәм һыуыҡ крандары урынлаштырылып, канализация торбаһына тоташтырылды. Килдеғол мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре район башлығы Рәмил Миңлеәхмәт улына һәм һыу үткәреүҙә булышлыҡ иткән барыһына ла рәхмәттәрен белдерәләр. Сығанаҡ: Ҡыпсаҡ ауыл хакимиәте

