Бөгөн йәштәр көнөнә ҡарата ойошторолған "Самауырлы ритайым" исемле сара үтте. Самауырлы... — 27 июня 2026 г. в 18:51:59.984
Бөгөн йәштәр көнөнә ҡарата ойошторолған "Самауырлы ритайым" исемле сара үтте. Самауырлы ритайым үткәреү районда матур йолаға әүерелеп бара. Йыл да был сараны ойоштороп юғары кимәлдә үткәреүгә “Мәсем” балалар һәм үҫмерҙәр клубы хеҙмәткәрҙәре, район мәҙәниәт йорто эшселәре, Бөрйән йәш яҡташтар берлеге йәштәре һәм район хакимиәтенең социаль сәйәсәт, йәштәр эштәре һәм спорт бүлеге ҙур көс һала. Район мәҙәниәт йорто алдында йәштәр генә түгел, йәш ғаиләләр, бала-сағалар, оло йәштәгеләр, күңелдәре йәш булғандар ҙа, кескәйҙәр ҙә ҡатнашты. Байрамда һөнәри бурыстарын намыҫлы башҡарған, эштә уңыштар ҡаҙанған, ғөмүмән, йәмәғәт тормошоноң уртаһында ҡайнаған “Мәсем” балалар һәм үҫмерҙәр клубы хеҙмәткәрҙәрен, Бөрйән йәш яҡташтар берлеге йәштәрен Рәхмәт хаттары менән бүләкләнеләр. Байрамды йыр-бейеүҙәре менән саҡырылған махсус ҡунаҡтар һәм райондың артистары биҙәне. Күберәк фотолар альбомда: vk.com/album-163854192_3112...

