8 июль район мәҙәниәт һарайында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған сара үтте.... — 8 июля 2026 г. в 12:02:18.549
8 июль район мәҙәниәт һарайында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған сара үтте. Сарала ҡатнашҡан барлыҡ ғаиләләрҙе байрам уңайынан муниципаль район Хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин ҡотланы. Һоҡланғыс парҙар - алтын туйҙарын билдәләүсе, 50 йыл бергә татыу ғүмер иткән, Иҫке Монасип ауылынан Мансур Динислам улы һәм Сәғиҙә Шәрәфетдин ҡыҙы Газиндар, Нәби ауылынан Мәжит Зиннур улы һәм Шәмсиә Хөснитдин ҡыҙы Хисматуллиндар оло ихтирамға лайыҡ ғаиләләр. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров исеменән юбилейҙарға иҫтәлекле бүләк һәм ҡотлау хатын тапшырҙы. Ошондай матур байрам көнөндә бик ҡыуаныслы ваҡиға – районыбыҙҙың өлгөлө ғаиләләренең береһе Ғәҙелгәрәй ауылынан Рауил Ғүмәр улы һәм Фәниә Шаһишәриф ҡыҙы Билаловтар ғаиләһенә "Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн" миҙалы тапшырылды. “Әсәлек даны” миҙалы Баймырҙина Сөмбөл Кәбир ҡыҙына, Ғиләжева Римма Рәжәп ҡыҙына, Кәримова Регина Рәлиф ҡыҙына, Ҡунафина Фәүзиә Сәйет ҡыҙына, Сөләймәнова Таңсулпан Салауат ҡыҙына, Хәсәнова Раушания Рауил ҡыҙына тапшырылды. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө айҡанлы ихлас ҡотлайбыҙ! Һәр берегеҙҙең ғаиләһенә татыулыҡ, тоғролоҡ, мөхәббәт теләйбеҙ, эшегеҙ уңышлы, киләсәк көндәрегеҙ яҡты булһын. Байрам менән!

