Иҫке Монасип ауылында йәшәүсе Мансур Динислам улы һәм Сәғиҙә Шәрәфетдин ҡыҙы Газиндар. ... — 8 июля 2026 г. в 12:53:44.499
Иҫке Монасип ауылында йәшәүсе Мансур Динислам улы һәм Сәғиҙә Шәрәфетдин ҡыҙы Газиндар. Сәғиҙә һәм Мансур Газиндар Күмертау педагогия колледжында бергә уҡыған саҡта дуҫлашып китәләр. Ҡулға диплом алғас Сәғиҙә Шәрәфетдин ҡыҙы Монасип мәктәбенә эшкә ҡайта, ә Мансур Динислам улы хәрби хеҙмәткә юллана. Хеҙмәт юлынан ҡайтҡас тыуған ауылы Монасип мәктәбендә эш башлай. 1976 йылда өйләнешәләр. Оло ҡыҙҙары Гөлнара физик тәрбиә бирһә, кесе ҡыҙҙары Зөлфиә башланғыс класс уҡытыусы булып эшләп йөрөй.Улдары Илнур, Рифат Себер тарафтарында эшләйҙәр. Мансур Динислам улы 46 йыл ғүмерен балаларға физик тәрбиә биреүгә бағышлай. Ул осорҙа шулай уҡ мәктәп директоры вазифаһын да башҡара. Сәғиҙә Шәрәфетдин ҡыҙы 42 йыл мәктәптә физик тәрбиә уҡытыусыһы булып эшләй, аҙаҡ өлкән пионер вожатый булып хаҡлы ялға сыға. Әлеге мәлдә хаҡлы ялдағы уҡытыусылар баҡсала емеш - еләк үҫтереп, мал - тыуар ҡарап гөрләтеп, донъя көтәләр.

