Райондашыбыҙ, биология фәндәре докторы, профессор, Башҡорт дәүләт аграр университетының... — 28 августа 2026 г. в 04:49:32.934
Райондашыбыҙ, биология фәндәре докторы, профессор, Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы уҡыу-ғилми үҙәге директоры, «Шүлгән-Таш» ҡурсаулығының ғилми хеҙмәткәре, ҡортсо Фитрат Ғилметдин улы Йомағужин «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт премияһына лайыҡ булды. Фитрат Ғилметдин улы бөтә ғүмерен Бөрйән бал ҡортон һаҡлауға бағышлай. Был кәсепте дауам итеп, уның балалары ла тормоштарын умартасылыҡ менән бәйләгән. Ҡыҙы Әминә «Шүлгән-Таш» ҡурсаулығында иҡтисадсы булып эшләй һәм атаһынан тапшырылған һөнәр менән дә шөғөлләнә. Улы Рәфил махсус хәрби операциянан һуң ғилми эшенә ҡайта һәм ҡортсолоҡ эшен дауам итә. Башҡорт дәүләт аграр университетының умартасылыҡ кафедраһында кесе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. "Батырлыҡ өсөн" һәм 1-се дәрәжә "Хәрби батырлыҡ өсөн" миҙалдары менән наградланған. Фитрат Ғилметдин улын лайыҡлы награда алыуы менән ихлас ҡотлайым. Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек һәм уңыштар теләйем! Наш земляк, доктор биологических наук, профессор, директор Зауральского учебно-научного центра Башкирского государственного аграрного университета, научный сотрудник природного биосферного заповедника «Шульган-Таш», пчеловод Юмагужин Фитрат Гилмитдинович удостоин общественной награды «Отцовская доблесть». Всю свою жизнь Фитрат Гилмитдинович посвятил родному Бурзянскому району и сохранению уникальной бурзянской пчелы. Его дети также связали свою жизнь и семью с малой родиной и пчеловодством. Дочь Амина работает экономистом в заповеднике «Шульган-Таш» и продолжает дело, которое в их семье передаётся от отцов детям уже много поколений. Сын Рафил после службы и участия в СВО вернулся к научной работе и продолжает семейную традицию, работая младшим научным сотрудником кафедры пчеловодства БашГАУ. Награжден медалями «За отвагу» и «Воинская доблесть 1 степени. От всей души поздравляю Фитрата Гилмитдиновича с заслуженной наградой! Желаю крепкого здоровья, счастья, благополучия и новых успехов! #ОтцовскаяДоблесть

