Бөгөн, 5 ноябрь, Рәсәйҙә Хәрби разведчиктар көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Иҫке Собханғол ...
Бөгөн, 5 ноябрь, Рәсәйҙә Хәрби разведчиктар көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Иҫке Собханғол ауылында тантаналы сара үтте. Сарала Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айнур Ҡотошов сығыш яһаны һәм бер төркөм райондаштарыбыҙға рәхмәт хаттары тапшырҙы. Был байрам Ватаныбыҙҙың тыныслығын һаҡлап, фиҙаҡәрлек күрһәтеп, хәрби бурысын үтәгәндәрҙе һәм бөгөнгө көндә үҙ бурыстарын үтәүселәрҙе данлай. Хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы, әлеге мәлдә хеҙмәт итеүселәрҙе байрамығыҙ уңайынан ихлас ҡотлайбыҙ! Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар теләйбеҙ!
Канал в каталоге Максиметера
225 подписчиков · Госорганы и учреждения