Оҙайлы йәйге каникулдан һуң Байназар мәктәбе яны интернаты уҡыусыларҙы ҡабул итте. Бала...
Оҙайлы йәйге каникулдан һуң Байназар мәктәбе яны интернаты уҡыусыларҙы ҡабул итте. Балалар ремонт эшләнгән бүлмәләргә урынлашты. Быйылғы йылда интернатҡа барлыҡ балаларға етерлек матрас, одеяло, яҫтыҡ һәм башҡа постель кәрәк - яраҡтары һатып алынды, уҡыу һәм йәшәү өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылды. Интернат етәксеһе Альбина Мөхәррәм ҡыҙы Уразаева - Дәүләтшина, ата - әсәләр йыйылышы үткәреп, уларҙы балаларҙың интернатта йәшәү ҡағиҙәләре, быйылғы уҡыу йылына пландары менән таныштырып, барыһына ла тик яҡшы теләктәрен еткерҙе. Сығанаҡ: vk.ru/wall-161513452_9156