Хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар, мәғариф хеҙмәткәрҙәре — 1 сентября 2026 г. в 04:08:25.531
Хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар, мәғариф хеҙмәткәрҙәре һәм ата-әсәләр! Барығыҙҙы ла Белем көнө һәм яңы уҡыу йылы башланыуы менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Беренсе сентябрь – сағыу бала саҡ хәтирәһе булып күңел түрендә һаҡлана торған көндәрҙең береһе. Бигерәк тә 1 һәм 11 класс уҡыусылары өсөн тулҡынландырғыс мәл. Беренселәр тәүге тапҡыр мәктәп һуҡмағына аяҡ баҫалар. Ун беренселәр өсөн яуаплы, һөҙөмтәләре менән мөһим уҡыу йылы башлана. Ҡәҙерле балалар! Уҡыуҙарығыҙҙа ҙур уңыштарға, яңынан-яңы еңеүҙәргә өлгәшегеҙ. Илебеҙгә, районыбыҙға кәрәкле илһөйәр шәхестәр булып үҫегеҙ! Хөрмәтле уҡытыусылар, ата-әсәләр! Яуаплы тәрбиә һәм уҡытыу эшендә көс, сабырлыҡ, тик уңыштар теләйем! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек юлдаш булһын! Яңы уҡыу йылы яҡшы билдәләргә һәм яңы асыштарға бай булһын! Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Р.М. Абдуллин

