Хөрмәтле газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре һәм тармаҡ ветерандары! — 6 сентября 2026 г. в 03:50:33.058
Хөрмәтле газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре һәм тармаҡ ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайым! Һеҙҙең хеҙмәтегеҙҙең әһәмиәтен баһалап бөткөһөҙ. Һеҙҙең ярҙам менән беҙҙең йорттарға йылылыҡ һәм уңайлылыҡ килә. Көндәлек тырыш хеҙмәтегеҙ, һөнәри оҫталығығыҙ һәр төрлө производство мәсьәләләрен ыңғай хәл итергә мөмкинлек бирә, райондың иҡтисади үҫешенә һәм кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Бөгөнгө көндә газификациялау беҙҙең өҫтөнлөклө эшмәкәрлек йүнәлештәренең береһе булып тора һәм һеҙ район ауылдарын «зәңгәр яғыулыҡ» менән тәьмин итеүҙә ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәп сығырһығыҙ, тип ышанам. Хөрмәтле газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре һәм тармаҡ ветерандары! Һеҙгә район мәнфәғәтенә булған фиҙакәр хеҙмәтегеҙ өсөн оло рәхмәтемде белдерәм. Ныҡлы һаулыҡ, именлек, ғаилә бәхете һәм яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйем! Бөрйән районы муниципаль район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин

