4 - се сентябрь - Халыҡ -ара уҡсылар көнө. — 4 сентября 2026 г. в 17:31:55.849
4 - се сентябрь - Халыҡ -ара уҡсылар көнө. Был эшмәкәрлек төрө кешелек тарихында иң боронғоларҙың береһе. Уҡ – иң боронғо ҡорал булған. Бөгөнгө көндә таҫыллыҡ, теүәллек, түҙемлелек талап иткән спорт төрҙәренең береһе ул милли яндан уҡ атыу. Республикабыҙҙа милли яндан уҡ атыу йолаһын тергеҙеү, оҫталыҡты камиллаштырыу, илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған “Мәргән уҡсы” хәрәкәте йылдан-йыл үҙенә мәргәндәрҙе күберәк туплай. Уның Башҡортостанда билдәлеклек ала барыуы ҡыуандыра.Милли яндан уҡ атыу ярыштары башланғандан бирле Бөрйән уҡсылары беренселекте ҡулдан ысҡындырмай. Республикала милли яндан иң яҡшы уҡ атыусылар һанала улар. Мәргәндәрҙең күңелендә батырлыҡ, ҡыйыулыҡ, сыҙамлыҡ, таҫыллыҡ кеүек күркәм сифаттар уятҡан, башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләгән был спорт төрөнөң тағы ла киңерәк танылыуын теләйбеҙ!

