Ҡолғана ауылы Советы депутаты Илшат Мөхәмәт улы Ҡулбирҙин яугир әсәһенең сабынлығынан б...
Ҡолғана ауылы Советы депутаты Илшат Мөхәмәт улы Ҡулбирҙин яугир әсәһенең сабынлығынан бесәнен алып ҡайтырға ярҙам иткән. 2022 йылдың сентябрендә мобилизацияланып, бөгөнгө көндә махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеүсе "Симба" позывнойлы яугирҙың әсәһе Венера Сәйәхова сабынынан бесәнен алып ҡайта алмай аптырап йөрөгәнендә, Ҡолғана ауылы Советы депутаты, "Ағиҙел" лагеры начальнигы Илшат Мөхәмәт улы Ҡулбирҙин ял көндәрендә улдары Тимур, Инсаф менән үҙ техникаһында өс рейс яһап, бесәнен ташып биргән. -Илшат Мөхәмәт улына ғаиләбеҙ менән сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Уның ғаиләһенә именлек, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, эштәрендә, балаларының уҡыуҙарында уңыштар ғына теләйбеҙ. Илшат Мөхәмәт улының ярҙамы беҙҙең ғаиләбеҙгә МХО башланғандан алып һәр саҡ тейҙе. Сабыныбыҙҙан алдыра алмай аптыранып йөрөй инем, Илшат Мөхәмәт улының һәм мәктәп йәшендәге улдары Тимур һәм Инсафтың ҙур ярҙамдары менән көн матур саҡта бесәнебеҙ ҡапҡа эсенә килеп ятты. Матур итеп өйөп тә бирҙеләр. Бик ҙур рәхмәт! – ти яугир әсәһе Венера Сәйәхова, ҡыуанысы менән уртаҡлашып. Яугир апрель айында ҡыҫҡа сроклы ялға ҡайтып киткән. Яу яланында йөрөүенә сентябрь аҙағында 4 йыл тула. "Симба"ға һәм илебеҙ һағында йөрөгән бөтә яугирҙарға ла имен-һау ҡайтырға яҙһын! Ә ауылдаштарын ярҙамынан өҙмәгән Илшат Ҡулбирҙинға афарин! Уның кеүек ярҙамсыл кешеләр йәмғиәтебеҙҙә күберәк булһын ине! Автор: Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхова