26 сентябрь көнө Әбйәлил районында уҙған "Баҫҡан ерҙә тарих бар" тип аталған йәш ҡурайс...
26 сентябрь көнө Әбйәлил районында уҙған "Баҫҡан ерҙә тарих бар" тип аталған йәш ҡурайсылар конкурсында Бөрйән ҡурайсылары еңеүҙәр яулап ҡайтты. Үҙ йәш категорияларында Зөфәр Сәитбаталов 1-се, Батырхан Сәитбаталов 1-се, Тимер ауылынан Сынбулат Баймырҙин 2-се урын алғандар. Егеттәрҙе һәм уларҙың уҡытыусылары Әлфир Исҡужинды еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Артабан тағы ла ҙурыраҡ сәхнәләрҙә Бөрйән данын яҡлап, ҙур уңыштар яуларға яҙһын! Сығанаҡ: https://vk.ru/tan_gazite