26 октябрь Баҙал биҫтәһендә урынлашҡан бәләкәй ГТО нормаларын тапшырыу майҙансығында, а...
26 октябрь Баҙал биҫтәһендә урынлашҡан бәләкәй ГТО нормаларын тапшырыу майҙансығында, агроколледж студенттары менән берлектә фестиваль үткәрелде. ГТО нормаларын ҡайтанан тергеҙеү, уны алып барыу Рәсәй спорты программаһы сиктәрендә атҡарыла. Бөгөнгө көндә был өлкәлә эшләнгән эштәр яйлап юлға һалына башланы, бының һөҙөмтәһе булып быйылғы йылда файҙаланыуға тапшырылған ГТО майҙансығы асыҡ дәлил. Үткәрелгән сарала студенттар үҙҙәренең мөмкинлектәрен, ҙур ихласлыҡ менән баһалап сыҡтылар, киләсәктә нимәләр өҫтөндә эшләргә икәненә инанып, үҙҙәренә яңы маҡсаттар алдылар. #БурзянГТО #ГодЕдинстваНародовРоссии #ГодБольшойИдружнойСемьи