Перейти к содержимому
Максиметер

МХО биләмәһендә эшләгән белгестәр хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһы аласаҡ.

МХО биләмәһендә эшләгән белгестәр хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһы аласаҡ. Хәрби хәрәкәттәр ветераны дәрәжәһенә 2022 йылдың 24 февраленән Украина, Донецк Халыҡ Республикаһы менән Луганск Халыҡ Республикаһында, шулай уҡ 2022 йылдың 30 сентябренән Запорожье һәм Херсон өлкәләрендә махсус хәрби операция бурыстарын үтәүҙе тәьмин иткән кешеләр хаҡлы. Уларҙың ташламалар исемлеге хәрбиҙәрҙекенән кәмерәк. Федераль башҡарма власть органдары йәки уларҙың төбәк бүлексәләре тарафынан рәсми рәүештә йүнәлтелгән һәм МХО биләмәһендә кәмендә 6 ай эшләгән (йәки яраланыуы, йәрәхәт йәки контузия алыуы сәбәпле, ваҡытынан алда командировканан ҡайтарылған) төҙөүселәр, табиптар, логистар, элемтәселәр, водителдәр, тыл хеҙмәткәрҙәре тейешле ташламалар һәм социаль ярҙам сараларына иҫәп тота ала. Танытма биреү ҡағиҙәләре 2026 йылдың 12 сентябренән ғәмәлгә инде. Хеҙмәткәр үҙенең етәксе органы йәки ойошмаһына ғариза бирә. Уға өҫтәп, паспорт, 3х4 см ике фото һәм командировка, наградалары барлығын раҫлаусы документтар тапшырырға кәрәк. Ойошма 5 эш көнө эсендә документтарҙы федераль орган комиссияһына тапшыра. Танытма биреү тураһында ҡарар 30 календарь көн эсендә ҡабул ителә. Сығанаҡ: Земля Батыров

96 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

223 подписчиков · Политика

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.