Әүҙем өлкән быуын граждандары өсөн Башҡортостанда 2020 йылдың 9 сентябренән “Башҡорт оҙ...
Әүҙем өлкән быуын граждандары өсөн Башҡортостанда 2020 йылдың 9 сентябренән “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты эшләп килә. Проект 55 йәштән өлкән пенсионерҙарға иҫәпләнгән һәм республика биләмәһендәге туристик объекттар, музейҙар, мәсеттәр һәм башҡа иҫтәлекле урындар менән таныштырыуҙы үҙ эсенә ала. Экскурсиялар йәйәүле йәки автобус туры рәүешендә ойошторола. Проект "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ", "Ғаилә" (нацпроекты "Туризм и гостеприимство", "Семья") милли проекттары сиктәрендә бойомға ашырыла. Тиҙҙән - 22 октябрь көнө Әбйәлил районының иҫтәлекле урындарына барыу күҙаллана. Туристик сәфәр буйынса район хакимиәтенә - Гөлназ Айҙар ҡыҙы Исхаҡоваға (11-се кабинет) мөрәжәғәт итергә. Бәйләнеш өсөн телефондар: 8347-55-3-52-25, 8996-840-50-76. #нацпроекты #Туризм_и_гостеприимство #Семья