Перейти к содержимому
Максиметер

Иҫке Собханғол мәктәбендә каникулдың бишенсе көнөн дә уҡыусылар бик файҙалы һәм күңелле...

Иҫке Собханғол мәктәбендә каникулдың бишенсе көнөн дә уҡыусылар бик файҙалы һәм күңелле үткәрҙе. Бер нисә класс уҡыусылары Шүлгәнташ мәмерйәһенә, физкультура-сәләмәтләндереү комплексына, М.Сәғитов исемендәге музейға экскурсияға барһалар, бер төркөм балаларға Ишкилдиндар ғаиләһе ойошторған ҡурай үләненән музыка инструменты эшләү һәм милли йәйәнән уҡ атыу буйынса мастер-класта ҡатнашыу бәхете тейҙе. Азат һәм Наилә Ишкилдиндар - милли йәйәнән уҡ атыу буйынса донъя күләмендә үткәрелгән ярыштарҙа башҡорттарҙың, Бөрйән районы данын күтәреүсе ғаиләләрҙең береһе. Унан тыш Азат Ишкилдин бик моңло итеп ҡурайҙа ла уйнай. Башҡорт халҡының милли традицияларына тоғро ҡалып, уны үҫтереүҙә һәм йәш быуынды тәрбиәләүҙә өлөш индергәнегеҙ өсөн Иҫке Собханғол урта мәктәбе коллективы исеменән һеҙгә оло рәхмәт. Киләсәктә лә гел уңыштар юлдаш булһын!

75 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

223 подписчиков · Политика

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Ещё по теме «Политика»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.