Перейти к содержимому
Максиметер

Хөрмәтле райондаштар!

Хөрмәтле райондаштар! Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ихлас ҡотлайым! Был дәүләт байрамы илебеҙ халҡының - төрлө быуын кешеләренең, төрлө милләт һәм дин вәкилдәренең берҙәмлеген, дуҫлығын билдәләй. Башҡортостан Рәсәйҙең күп милләтле төбәктәренең береһе булып тора. Мәҙәниәттәрҙең һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙең күп төрлөлөгө дөйөм тарихты, мәҙәни мираҫты тәшкил итә, улар беҙҙең барыбыҙға ла яҡын һәм ҡәҙерле. Яңы иҡтисади һәм тышҡы сәйәси саҡырыуҙар шарттарында дәүләтебеҙҙең үҙаллылығын һәм именлеген һаҡлап ҡалыу өсөн беҙгә ошо берҙәмлекте артабан да һаҡлап ҡалыу мөһим. Беҙҙең районда ла төрлө милләт вәкилдәре тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәй. Бына ошо берҙәмлек, бер-беребеҙгә ярҙам итеү, изгелеккә ынтылыш, илһөйәрлек һәр ваҡыт районыбыҙҙы, тыуған еребеҙҙе үҫтереүҙең нигеҙе булып ҡалһын! Байрам айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыуған районыбыҙ, республикабыҙ һәм илебеҙ мәнфәғәттәрендә изге эштәрегеҙҙә тик уңыштар теләйем! Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы А.М.Ҡотошов.

33 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

224 подписчиков · Политика

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.