"Ҙур ғаилә уйындары" конкурсының республика этабы еңеүселәре билдәләнде
"Ҙур ғаилә уйындары" конкурсының республика этабы еңеүселәре билдәләнде 2-3 ноябрь көндәрендә Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” паркында "Ҙур ғаилә уйындары" конкурсының республика этабы үтте. Финалда бөтә республиканан 60-тан ашыу ғаилә ҡатнашып, «Рәсәй бөркөттәре» программаһының төрлө йүнәлештәре буйынса үҙ көстәрен һынаны. Байназар ауылында йәшәүсе Филиә Рифҡәт ҡыҙы һәм Марсель Ринат улы Хәлитовтар, Байназар балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе 6 йәшлек Данияр һәм мәктәптең 4 - се класында уҡыусы Байрас улдары менән Бөрйән районы данын яҡлап уңышлы сығыш яһаны. Улар үҙҙәрен спорт яратыусы ғаилә икәнен йәнә лә бер иҫбатлап, ""Трек Орлёнок - спортсмен" йүнәлешендә 1-се урын яуланылар! Хәлитовтар ғаиләһен еңеүҙәре менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә яңы ҡаҙаныштар, уңыштар теләйбеҙ! #ҘурҒаиләУйындары2026 #НавигаторыДетства02 #БольшиеСемейныеИгры #БурзянскийРайон
Канал в каталоге Максиметера
224 подписчиков · Госорганы и учреждения