Администрация сельского поселения Ишимбаевский сельсовет
Политика · 18 сентября 2026 г.
🍂🍁🍂Хәйерле иртә!
🍂🍁🍂Хәйерле иртә! Изге йома көнөбөҙ мөбәрәк булһын! "Ҡояш ҡалҡҡан көндәрҙең иң яҡшыһы - йома көнө. Был көндө Аллаһ Әҙәмде (ғәләйһиссәләм) барлыҡҡа килтерҙе. Был көндә ул Йәннәткә индерелде, был көндө унан ҡыуылды. Һуңғы Сәғәт тә (Ҡиәмәт көнө) был көндән башҡа көндә һуҡмаясаҡ.". *** "Бер йома намаҙы менән икенсе йома намаҙы араһында уҡылған көндәлек биш фарыз намаҙ ике йома араһында ҡылынған кесе гонаһтарҙың ярлыҡаныуына сәбәп булып тора, әгәр ошо арала оло гонаһтар ҡылынмаһа.". *** "Кем йома көндө (йәки йомаға ҡарата төндө) "Әл-Кәһф" ("Мәмерйә") сүрәһен уҡый, шул кешене уның менән Аллаһ йорто (Ҡәғбә) араһындағы нур яҡтыртып торасаҡ. ✅Изге йома көнөбөҙ мөбәрәк булһын! Һәр беребеҙгә Аллаһы Тәғәлә ризалығында йәшәргә яҙһын, Раббыбыҙ беҙҙе үҙенең рәхмәтенән һәм мәрхәмәтенән ташламаһын ✅Илебеҙ тыныс, йорт-ҡурабыҙ имен, ризығыбыҙ мул булып, тулы ғаилә бәхетенә төрөнөп йәшәргә яҙһын. Ил башлыҡтары үҙ-ара килешеп, һулыштар бөтһөн, яугирҙарыбыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын. Барлыҡ изге уй-теләктәребеҙ, доғаларыбыҙ ҡабул булһын ин шәә Аллаһ 🤲. Әмин🤲.