Администрация сельского поселения Ишимбаевский сельсовет
Политика · 13 сентября 2026 г.
🌿Ялығыҙ матур үтһен, дуҫтар💕!
🌿Ялығыҙ матур үтһен, дуҫтар💕! 📆 Иҫтәлекле көндәр 🕯️ Халыҡ-ара фашизм ҡорбандарын иҫкә алыу көнө 💻 Рәсәйҙә Программистар көнө 💇♀️ Рәсәйҙә Парикмахерҙар көнө 🎖️ Рәсәйҙә Танкистар көнө 🧘♀️ Рәсәйҙә Йога көнө 🌍 Бөтә донъя сепсисҡа ҡаршы көрәш көнө 🌿Халыҡ һынамыштары 🌿Сентябрҙә күк күкрәһә - көҙ йылы, ҡыш ҡарлы булыр. 🌿Сентябрь йылы һәм ҡоро булған һайын, ҡыш һуңғараҡ килә. 🌿Сентябрь һалҡын булһа – ҡышын ҡар тиҙерәк ирей, яҙ тиҙерәк килә. 🌿Япраҡтар ҡойолорға ашыҡмаһа – алда зәһәр ҡыш көтөлә. 🌿Торналар өҫтән осһа, матур, йылы көҙ оҙаҡ торор. 🌿Әгәр көҙөн ҡайын япраҡтары ағастың осонан һарғая башлаһа, яҙ иртә, аҫтан һарғайһа - һуң килер. 🌿 Ай башында күк күкрәһә, көҙ оҙаҡ килер. 🌿 13 сентябрҙә көньяҡтан иҫкән ел киләһе йыл уңышлы булыуын һөйләй.