Администрация сельского поселения Ишимбаевский сельсовет
Политика · 5 октября 2026 г.
Уҡытыусылар көнө менән!
Уҡытыусылар көнө менән! 💐 Ҡәҙерле, хөрмәтле уҡытыусылар, ветеран уҡытыусылар 💐! Һеҙҙе күркәм һөнәри байрамығыҙ — Уҡытыусылар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Күп йыллыҡ фиҙакәр һәм намыҫлы хеҙмәтегеҙ, сикһеҙ сабырлығығыҙ, балаларға биргән төплө белемегеҙ, күңел йылығыҙ һәм изгелегегеҙ өсөн һеҙгә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Һеҙҙең һәр берегеҙ — йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүсе, яҡты киләсәккә юл күрһәтеүсе, күңелдәргә изгелек орлоҡтары сәсеүсе оло йөрәкле шәхес. Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, ғаилә именлеге, бәхетле һәм бәрәкәтле ғүмер теләйбеҙ! Еңел булмаған, әммә изге һәм яуаплы хеҙмәтегеҙҙә ҙур уңыштар, ижади илһам, көс-дәрт һәм яңы ҡаҙаныштар юлдаш булһын! Уҡыусыларығыҙҙың уңыштары һеҙгә һәр саҡ ҡыуаныс килтерһен, ата-әсәләрҙең ихтирамы һәм рәхмәт һүҙҙәре күңелегеҙҙе йылытһын. Һәр көнөгөҙ шатлыҡлы ваҡиғаларға бай булһын! Изге хеҙмәтегеҙ өсөн мең рәхмәт! Байрамығыҙ мөбәрәк булһын, хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ💐!