Эшләйем тигән кешегә
Эшләйем тигән кешегә Әгәр 14 йәше тулмаған баланы кинола төшөргә йә спектаклдә уйнарға саҡырһалар, Хеҙмәт кодексы был хаҡта нимә ти? Кинематография ойошмаларында һәм башҡа ижади учреждениеларҙа атайҙың йә әсәйҙең ризалығы һәм опека органы рөхсәте менән 14 йәшкә етмәгән балаларҙың да кинола, спектаклдә уйнауы мөмкин. Тик был эш уның сәләмәтлегенә һәм әхләҡи үҫешенә зыян килтермәҫкә тейеш. Эшкә алынған бала исеменән хеҙмәт договорына уның йә атаһы, йә әсәһе, йә опекуны ҡул ҡуя. Фото: “Өс таған” нәфис фильмынан кадр / скриншот.