Перейти к содержимому
Максиметер

ХАТ-ХӘБӘР

ХАТ-ХӘБӘР   Быйылғы көҙгө каникулым да ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үтеп бара. Көндәрҙең йылы тороуы ла кәйефте күтәрә.   Иртән йоҡонан торғас әсәйемә өй эштәрендә ярҙам итәм, шунан атайым янына көтөүгә сәпитем менән барып, малдарҙы  ҡарашырға ла өлгөрәм.   Һәр каникулда әсәйем Өфөгә сәйәхәткә алып бара, ундағы иҫтәлекле урындарҙы күрһәтә. Был юлы ла Өфөгә барҙыҡ, иң беренсе сиратта Матбуғат йортонда ,,Йәншишмә" гәзитендә ҡунаҡта булдым. Шулай уҡ яңы ғына асылған Ленин исемендәге ял паркын кереп күрҙек. Ундағы уңайлыҡты, матурлыҡты хайран ҡалып ҡарап йөрөнөм. Башҡортостаныбыҙҙың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа ҡуйылған һәйкәлде лә яҡындан күрҙем. Өфөнән мин ҙур тәҫьораттар менән ҡайттым.   Ә хәҙер инде яңы көс-дәрт менән уҡыу йылының икенсе сиреген башлаһаҡ та була.   ӘСФӘНДИӘРОВА Асия, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 5-се синыф уҡыусыһы.

27 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

183 подписчиков · Лайфстайл

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Ещё по теме «Лайфстайл»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.