27 ноябрҙә Башҡортостанда IBF версияһында бокс буйынса донъя чемпионы титулына көрәш ү...
27 ноябрҙә Башҡортостанда IBF версияһында бокс буйынса донъя чемпионы титулына көрәш үтәсәк. Титулға Өфө боксеры Артур Собханғолов (12-0, КО 6) менән олимпия чемпионы, өс тапҡыр донъя чемпионы кубалы Энди Крус (7-1, КО 4) дәғүә итә. Собханғолов алышҡа Өфөләге залда әҙерләнә. «Ҡәҙимге режимымда күнегәм, бөтәһе лә бик яҡшы. Бокс һәм алыш һөйөүселәрҙең бөтәһен дә минең һәм Башҡортостандың көслө боксерҙарының көйәрмәне булырға саҡырам», — тигән Артур Собханғолов. Фото: Валерий Шахов | Башинформ.