Архангел районы Абҙан мәктәбенең “Дружба” йәйге ял лагерында тәрбиәләнеүселәр “Рәсәй т...
Архангел районы Абҙан мәктәбенең “Дружба” йәйге ял лагерында тәрбиәләнеүселәр “Рәсәй тәҙрәләре” Бөтә Рәсәй патриотик акцияһына ҡушылған. Был сара Рәсәй көнөнә арнала. Иртәнге аштан һуң балалар дәртләнешеп эшкә тотонған: эскиздар төшөргән, ҡағыҙ биҙәктәр ҡырҡып эшләгән, уларҙы мәктәп тәҙрәләренә йәбештергән. Акцияла ҡатнашып, балалар ижади һәләттәрен үҫтергән, илен һөйөүен күрһәткән. #ДеньРоссии2026 #ОкнаРоссии #ВсероссийскаяАкция #ЛагерьДружба #РодинойГоржусь #Росмолодежь