Бөгөн 24 июнь “Башҡортостан” Дәүлдәт концерт залы алдында III Бөтә Рәсәй Балалар фоль... — 24 июня 2026 г. в 13:20:34.217
Бөгөн 24 июнь “Башҡортостан” Дәүлдәт концерт залы алдында III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһының иң сағыу тамашаларының береһе – Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне булды. Төрлө милләтле 1000-дән ашыу бала етәкләшеп бер түңәрәктә әйләнде. Ҙур Рәсәй – ҙур ғаилә. Берҙәмлек, тыныслыҡ, дуҫлыҡ, татыулыҡ – Хороводтың ораны. Сәхнәнән Рәсәй мәҙәниәт министры Ольга Любимованың тәбрикләү һүҙен уҡынылар. БР мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов Фольклориада ҡунаҡтарына йылы теләктәрен еткерҙе. Видео: Даниил Домрачев, Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының матбуғат хеҙмәте. #ВсероссийскаяДетскаяФольклориада2026 #ДетскаяФольклориадаБашкортостан #КультурноеНаследие #Этнокультура

