Фотола – Әбйәлил районы Тупаҡ мәктәбе сығарылыш уҡыусылары. — 1 июля 2026 г. в 07:44:10.984
Фотола – Әбйәлил районы Тупаҡ мәктәбе сығарылыш уҡыусылары. Мәктәпте тамамлау мәлен улар бейектә, тау башында мәңгеләштергән. Был дүртәүҙең артында ҡараштар етмәҫ киңлектәр, сикһеҙ офоҡтар йәйрәй.Тормошта ла киң даирәләргә сығырға, яңынан-яңы үрҙәр буйһондорорға яҙһын. Был дүрт йәш кеше мәктәпте уңышлы тамамлаған: - Дәминдәрова Азалия география буйынса БДИ-ны 81 балға тапшырған. Уҡытыусыһы – Дәминдәров И.А. - Азалия шулай уҡ мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған. - Хамматов Илдан мәктәпте көмөш миҙалға тамамлаған. - Уҡыуҙағы айырым уңыштары һәм мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан өсөн һәр береһе маҡтау грамотаһы менән билдәләнгән. Фото: Тупаҡ мәктәбе / ВК.

