Башҡортостан мәктәптәрендә, бөтә илдәге кеүек үк, 2026/27 уҡыу йылының икенсе яртыһынан... — 1 июля 2026 г. в 07:07:57.051
Башҡортостан мәктәптәрендә, бөтә илдәге кеүек үк, 2026/27 уҡыу йылының икенсе яртыһынан “Рәсәйҙең рухи-әхләҡи мәҙәниәте” тигән предмет индерелә башлай. Был турала РФ мәғариф министры Сергей Кравцов әйткән. 2026/27 уҡыу йылынан фән 5-се синыфта уҡытыла башлай. Ул йылына 17 сәғәт өйрәнеләсәк. 2027/28 уҡыу йылында яңы предмет 6-сы һәм 7-се синыфтарға (йыл һайын 34-әр сәғәт) индерелә. 2028/29 уҡыу йылында “Рәсәйҙең рухи-әхләҡи мәҙәниәте” предметы 5–9-сы синыфтарҙың бөтәһендә лә уҡытыласаҡ. Ентеклерәк – сайтта: https://amanat.su/news/novosti/2026-07-01/m-kt-p-programmalaryna-r-s-y-e-ruhi-hl-i-m-ni-te-f-ne-inderel-4737985

