Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу уңышлы үтте. 183 уҡыусы берәр имтиха... — 30 июня 2026 г. в 08:40:23.302
Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу уңышлы үтте. 183 уҡыусы берәр имтиханды 100 балға тапшырҙы, 9 уҡыусы икешәр фәндән иң юғары күрһәткескә өлгәште. Былтыр был күрһәткестәр 159 һәм 5 ине. Бигерәк тә рус теле, профилле математика буйынса үҫеш ҙур. Быйыл рус теленән 22 кеше, профилле математиканан 14 кеше иң юғары балл алған – былтырғынан дүрт тапҡырға тиерлек күберәк. Физиканан 61 бала 100 балға өлгәшкән – 2025 йылғынан ике тапҡырға күп. Был күрһәткестәрҙең артыуы ихтимал, сөнки алда резерв көндәр һәм ҡабаттан тапшырыу көндәре бар. БДИ йомғаҡтары тураһында Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин һөйләне.

