2026 йылдың 1 сентябренән мәктәптә “Хәүефһеҙлек һәм Ватанды һаҡлау нигеҙҙәре” фәненең 5... — 30 июня 2026 г. в 06:36:53.781
2026 йылдың 1 сентябренән мәктәптә “Хәүефһеҙлек һәм Ватанды һаҡлау нигеҙҙәре” фәненең 50 процентын башланғыс хәрби әҙерлек программаһы биләйәсәк. Әлегә 6–11-се синыфтарҙа башланғыс хәрби әҙерлек программаһы предметтың 20 процентын алып тора ине. Программаға пилотһыҙ осҡостарҙы өйрәнеү, уҡыу йыйындарын үткәреү ҙә өҫтәләсәк. Был турала РФ мәғариф министры Сергей Кравцов “Время героев” кадрҙарҙы уҡытыу курсындағы МХО ҡатнашыусылары менән осрашҡанда белдергән. Фото: Рәсәй Хөкүмәте / МАКС / Башинформ.

