“Сибай” 3-сө күп профилле полилингваль гимназия-интернатының Шайморатов исемендәге сины... — 30 июня 2026 г. в 06:34:32.025
“Сибай” 3-сө күп профилле полилингваль гимназия-интернатының Шайморатов исемендәге синыфтары уҡыусылары «Березка» турбазаһында хәрби-спорт лагерында ял иткән. Өс көнгә бик бай программа төҙөлгән. Ләкин Ирәндек тауҙарына сәйәхәт балаларға иң ныҡ оҡшағаны булған. Гимназистар Ирәндеккә үрләгән, түбәһенә Башҡортостан флагын ҡаҙаған. Сәйәхәт ныҡлыҡҡа, тыуған яҡты һөйөүгә, команда берҙәмлегенә һынау ҙа булған. Афарин, шайморатовсылар! Ә фотолар ниндәй матур... “Сибай” 3-сө күп профилле полилингваль гимназия-интернаты / ВК

