Киләһе уҡыу йылында каникулдарҙың ҡасан башланып, ҡасан бөтөрөн теүәл генә белгегеҙ кил...
Киләһе уҡыу йылында каникулдарҙың ҡасан башланып, ҡасан бөтөрөн теүәл генә белгегеҙ килһә, бында күҙ һалығыҙ, дуҫтар: Көҙгө каникул – 2026 йылдың 26 октябренән 3 ноябренә тиклем. Ҡышҡы каникул – 2026 йылдың 31 декабренән 2027 йылдың 10 ғинуарына тиклем. Яҙғы каникул – 2027 йылдың 27 мартынан 4 апреленә тиклем. Йәйге каникул – 2027 йылдың 27 майынан 31 авгусына тиклем. Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 3-сө синыфты тамамлаған уҡыусыһы ВӘЛИТОВ Айназдың фотоһы “Ура, каникул!” тип атала.