Гөлдәрем — 18 июля 2026 г. в 07:22:57.386
Гөлдәрем Өйөбөҙҙөң алдарында Үҫә гөрләп сәскәләр. Бар ҡыҙылы, ал-гөллөһө, Бик күптәр һәр төрлөһө. Күңелемә рәхәт бирә – Сәскәләргә бағамын. Хуш еҫле гөлдәремдән Сикһеҙ илһам аламын. Сәскәләрем үҙенә йыйған, Иртәнең ал нурҙарын. Ишетәһеңме, тыңла әле, Һандуғастың моңдарын. Йәшәүҙәре үҙе бәхет, Тап тормошта юлыңды. Юлдарыңа үрелеп барһын – Өҫтә изге уйыңды. ҒИЛМАНОВА Рушана, Тимер Йосопов исемендәге республика лицей-интернатының 8-се “Б” синыфы уҡыусыһы. 🔵Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb

