МАТУР, ТИК ХАТАЛЫ — 17 июля 2026 г. в 11:51:10.312
МАТУР, ТИК ХАТАЛЫ Өфө урамдарына, самокаттарҙы файҙаланыу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөп, матур-матур плакаттар элгәндәр. Плакаттарҙа – Мостай, Кәрим, Салауат Юлаев, башҡорт айыуы, бал ҡорто, милли кейемдәге йәштәр. Һәр персонаж бер ҡағиҙәне биҙәй. Иллюстрацияларҙы Өфө рәссамы Зилә Шинова менән кикшеринг сервистарының береһе эшләгән. Тик Хөкүмәттең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев уларҙың ҡайһыларында тупаҫ хата тапҡан һәм кисекмәҫтән төҙәтергә ҡушҡан. Фото: Динара Ғаязова / Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте / Башинформ. https://www.bashinform.ru/news/social/2026-07-16/v-ufe-razmestili-pravila-polzovaniya-elektrosamokatami-na-bashkirskom-yazyke-4659242 Хата күрәһегеҙме?

