«AY YOLA "Урал Батыр" эпосы эҙҙәренән» тигән документаль фильм Һамар ҡалаһында үткән “... — 17 июля 2026 г. в 06:39:25.838
«AY YOLA "Урал Батыр" эпосы эҙҙәренән» тигән документаль фильм Һамар ҡалаһында үткән “Земля открытий” фестивалендә “Тарихи мираҫ, милли йолалар” номинацияһында беренсе урынды яулаған. Был номинацияла Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 26 эш күрһәтелгән. Бынан тыш, республикабыҙ фестивалдең ТОП-10 геобренды иҫәбенә ингән. “Ай Йола”ның фильмы “ПОСМОТРИ, КАКАЯ СТРАНА!” федераль платформаһында урынлаштырыласаҡ һәм Рәсәй төбәктәренең мәшһүр мәҙәни мираҫы тарихының бер өлөшө булып торасаҡ. Был еңеү тураһында һөйләгәндә “Ай Йола” музыканттары “Урал батыр” эпосы тарихының Башҡортостандан ситтә лә йәшәүенә һәм торған һайын күберәк кешеләрҙең күңелен яулауына ҡыуана. Фильмда Урал батырҙың эҙҙәре буйлап музыканттар Ринат Рамазанов менән Руслан Шәйхетдинов үтә. Таҫманы Сергей Баклыков төшөргән. https://vkvideo.ru/video-229033973_456239530 🟦“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb

