БАЛАЛАР – ЮЛДАРҘА — 16 июля 2026 г. в 12:07:34.154
БАЛАЛАР – ЮЛДАРҘА Әшә – Дим электричкаһында транспорт хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре яңғыҙы китеп барған бәләкәй баланы күргән. Кескәй сәйәхәтсе Кудеевка станцияһында ултырған, Иглинға китеп еткән. Ошонда уны полицияның Өфө линия идаралығы хеҙмәткәрҙәре ҡабул итеп ала һәм әсәһен эҙләй башлай. Фотоһы социаль селтәрҙәр буйлап таратыла. Малайҙың күп балалы ғаиләнән булыуы асыҡлана. Әсәй кеше кистән бик һуң ятҡан, ә малай иртән бөтәһенән алда торған да яҡындағы тимер юл буйына поезд ҡарарға сығып киткән. Әсә кешегә баланың фотоһын социаль селтәрҙәрҙә күреп танып ҡалған күрше ҡатын шылтыратҡан. Әсәй йәһәтләп Өфөгә барып, баланы алып ҡайтып киткән. Тик уға ҡарата административ протокол төҙөлә, административ эш йәшәгән урынындағы бәлиғ булмағандар эштәре комиссияһына тапшырыла. Яңылыҡтар Башинформ мәғлүмәт агентлығы таҫмаһынан алынды. 🔵“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb

