БАЛАЛАР – ЮЛДАРҘА. НЕ РУЛИ, МАЛАЙ! — 16 июля 2026 г. в 12:06:55.114
БАЛАЛАР – ЮЛДАРҘА. НЕ РУЛИ, МАЛАЙ! Архангель районында мотоциклда елдергән 15 йәшлек үҫмер ДПС-ҡа эләккән. Егет өләсәһе менән олатаһы янына Өфөнән каникулға килгән. Мотоциклды әсәһе яҡлап апаһы бүләк иткән. Таныҡлығы юҡ, әлбиттә, уны 16 йәштән генә алып була. Яуаплылыҡ ата-әсәһенә төшә инде. Штраф та түләргә, штраф туҡталҡаһына илтеп ҡуйылған скутер өсөн дә түләргә. Ярай егет хәүеф-хәтәргә эләгеп өлгөрмәгән. Видео: Башҡортостан ДАИ-һы / Башинформ. 🔵“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb

