Атта сабырмын — 22 июля 2026 г. в 06:41:34.229
Атта сабырмын Атым йөрөй гел яланда, Бөгөн дә тотоп алдым. Йүгән кейҙерҙем башына, Һыртына эйәр һалдым. Ат сабышында ҡатнашам, Урын алырмын әле. Минең өсөн туғандарым Шунда һөйөнөр әле. Заһир ҺИБӘТУЛЛИН, Баймаҡ районы Ниғәмәт мәктәбе уҡыусыһы. Һүрәт: ӘЛИМБӘКОВ Рәмис, Ауырғазы районы Рәшит назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы. 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb

