Стәрлетамаҡта ике уҡыусы ҡыҙ магазиндан әйберҙәр урлаған. Урландыҡтарҙың хаҡы 2 000 һум... — 31 июля 2026 г. в 09:59:34.574
Стәрлетамаҡта ике уҡыусы ҡыҙ магазиндан әйберҙәр урлаған. Урландыҡтарҙың хаҡы 2 000 һумдан саҡ ҡына күберәк, тик баланың киләсәген боҙорға ошо ла етә. Урлашыу – енәйәт. Уның язаһы ла була. Ата-әсәләре бәлиғ булмаған балаларын насар тәрбиәләгән өсөн яуапҡа тарттырыла, уҡыусылар бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға профилактик иҫәпкә ҡуйыла. Ҡылған ҡылыҡтары был ҡыҙҙарға артабанғы тормошонда, уҡырға, эшкә ингәндә, характристика кәрәк булған башҡа осраҡтарҙа аяҡ салып торасаҡ. Фото: Ксения Калинина / Башинформ.

