“Батырҙар” командаһында – 20 үҫмер – көслө, түҙемле, маҡсатҡа өлгәшә белгән, сыныҡҡан е... — 30 июля 2026 г. в 10:56:48.344
“Батырҙар” командаһында – 20 үҫмер – көслө, түҙемле, маҡсатҡа өлгәшә белгән, сыныҡҡан егеттәр. Улар Волга буйы федераль округының “Гвардеец” патриотик йыйынында ҡатнашасаҡ. Команда Өфө, Белорет, Бәләбәй, Күмертау, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Октябрьский ҡалаларынан һәм Өфө, Иглин, Дүртөйлө, Баймаҡ, Мәсетле, Краснокама, Көйөргәҙе райондарынан һайлап алынған үҫмерҙәрҙән төҙөлгән. Йыйын 1 августа башлана. Әлегә балалар “Патриот” паркында уҡыу-күнегеү йыйынында өҫтәмә әҙерлек үтә. Улар спорт һәм хәрби-ҡулланма дисциплиналарҙа, коллективты туплау һәм таланттарҙы асыу конкурстарында ҡатнашасаҡ, Пенза өлкәһе буйлап экскурсияла йөрөйәсәк. Сығанаҡ: БР Йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү үҙәге.

