Быйыл Һауа десанты ғәскәрҙәре төҙөлөүгә 96 йыл тула. Шул уңайҙан “Патриот” паркында 14... — 30 июля 2026 г. в 08:36:31.272
Быйыл Һауа десанты ғәскәрҙәре төҙөлөүгә 96 йыл тула. Шул уңайҙан “Патриот” паркында 14–17 йәшлек уҡыусылар өсөн профилле смена ойошторлған. “Беҙҙә бөтә республиканан егеттәр һәм ҡыҙҙар йыйылды. Улар һауа десанты ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү нигеҙҙәрен өйрәнә – быларға тактика ла, медицина ла, химик-биологик һаҡ та, инженерия, топография инә. Һәм, әлбиттә, балаларға бигерәк тә оҡшаған дисциплиналар: парашют вышкаһынан һикереү, танкыла йөрөү күнекмәләре һәм инженер-сапер бригадаһы биләмәһендә хәрби ҡоралдан атыу. Дөрөҫ, смена ябай түгел, ләкин балалар уны үҙҙәре һайлаған һәм шуның өсөн награда ала. Һөҙөмтәләр буйынса үтәсәк ярышта иң яҡшылар асыҡланасаҡ”, – ти “Патриот” паркының генераль директор урынбаҫары Никита Рекрут. Фото: Валерий Шахов / Башинформ архивы. Тулыраҡ – сайтыбыҙҙа: https://amanat.su/news/novosti/2026-07-30/patriot-parkynda-mer-r-aua-desantynda-he-m-t-ite-nige-ren-yr-n-4767348 “Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb

