Дүртөйлө районында үҫмер ҡыҙ өйҙәрендә ятҡан 800 мең һумды уғрыларға тоттороп сығарған.
Дүртөйлө районында үҫмер ҡыҙ өйҙәрендә ятҡан 800 мең һумды уғрыларға тоттороп сығарған. Иванай ауылынан балалар лагерында эшләп йөрөгән бер ханым полицияға бара – өйҙәге аҡса юҡ булған. Ҡараҡтар уның ҡыҙы аша эш иткән: балаға шылтыратҡандар, мессенджерҙарҙа хәбәрҙәр яҙғандар, башын тамам бутағандар. Сәскә килтереү хеҙмәте, Цифр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, шунан тәфтишсе булып һөйләшкәндәр. Ата-әсәһен енәйәт яуаплылығына тарттырыу менән ҡурҡытҡандар. Ҡыҫҡаһы, ҡыҙҙы өйҙә булған бөтә аҡсаны курьерға биреп ебәрергә күндергәндәр. Полиция енәйәт эше асҡан, тикшеренеү-эҙләү эштәре бара, тип хәбәр итә Башинформ. Фото: Башинформ архивы.