Беҙҙең дизайнерҙар Ҡазанда үткән этнофестивалдә бына ошондай матур кейемдәр күрһәткән. — 29 июля 2026 г. в 07:54:46.735
Беҙҙең дизайнерҙар Ҡазанда үткән этнофестивалдә бына ошондай матур кейемдәр күрһәткән. Тамашасыға этнодизайнер Саймә Хәсәнованың коллекцияһы, уның рәссам Раушания Бәҙертдинова менән берлектә ижад иткән эштәре, шулай уҡ Гүзәл Мостафинаның ҡулдан туҡылған әйберҙәре, Рафаэль Амантаевтың биҙәүестәре, Гөлсөм Хөсәйенованың коллекцияһы, Артур Исҡужиндың спорт кейемдәре бик оҡшаған. Фото: Дмитрий Бабушкин / Башинформ аша.

