Рәсәй Фән һәм юғары белем министрлығы юғары уҡыу йорттарына документтар тапшырыу торошо... — 29 июля 2026 г. в 07:16:55.907
Рәсәй Фән һәм юғары белем министрлығы юғары уҡыу йорттарына документтар тапшырыу торошо һәм абитуриенттар тураһында түбәндәге мәғлүмәттәрҙе биргән: 🔹абитуриенттарҙың 94 проценты (1,2 млн кеше) Рәсәй вуздарына “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша 4,3 млн ғариза тапшырған; 🔹бакалавриат һәм специалитет программаларына быйыл бөтәһе 620 481 бюджет урыны бүленгән, шуның 73 проценты – төбәк вуздарында; 🔹бюджет урындарының иң күбе – йылдағыса инженерлыҡ (263,8 мең), педагогия (79 мең), медицина (57,7 мең) йүнәлештәрендә; 🔹абитуриенттар араһында иң популяр йүнәлештәр – инженерлыҡ, педагогия, информатика һәм хисаплау техникаһы, мәғлүмәт системалары һәм технологиялары; Фото: Олег Яровиков / Башинформ архивы. Тулыраҡ: https://amanat.su/news/novosti/2026-07-29/f-abiturienttar-ara-ynda-top-10-i-bend-4766288

