Әлеге көнгә Рәсәй вуздарына 117 мең абитуриент ҡабул ителгән. МХО ҡатнашыусыларына, ула... — 7 августа 2026 г. в 07:49:12.381
Әлеге көнгә Рәсәй вуздарына 117 мең абитуриент ҡабул ителгән. МХО ҡатнашыусыларына, уларҙың балаларына, шулай уҡ айырым һәм маҡсатлы квоталар буйынса инеүселәргә өҫтөнлөк бирелгән. Айырым квотаға быйыл 56 684 урын бүленгән. Уның буйынса 41 811 кеше алынған (мөмкин булғандың 73 проценты). Маҡсатлы квоталар буйынса күрһәткестәр һәйбәтерәк. Был квотаға хоҡуҡты ойошмалар һәм власть органдары менән килешеү төҙөп, һуңынан шуның буйынса эшләргә йыйынған абитуриенттар эйә була. Квоталар буйынса файҙаланылмай ҡалған 62 мең бюджет урыны төп конкурсҡа тапшырылған. Былар хаҡында Рәсәй Мәғариф министрлығында хәбәр иткәндәр, тип яҙа Башинформ агентлығы.

