«ФормАРТ» проектының иң яҡшы эшенә тауыш биреү башланды — 7 августа 2026 г. в 06:45:31.348
«ФормАРТ» проектының иң яҡшы эшенә тауыш биреү башланды Волга буйы федераль округы «ФормАРТ» урам сәнғәте фестиваленең VII миҙгеле сигендә финал этабы – иң яҡшы мурал өсөн тауыш биреү башланды. Теләгән һәр кеше «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша (РФ-тың 14 йәштән өлкән граждандары) үҙенә оҡшаған эшкә тауыш бирә ала. Башҡортостан Республикаһы 1-се һан аҫтында тәҡдим ителгән. Төбәгебеҙҙән тәҡдим ителгән эшкә бары тик бер тапҡыр ғына тауыш бирергә мөмкин! Эштәр менән Фестивалдең рәсми сайтында formartpfo.ru танышырға була Тауыш биреү өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре» порталының «Йәмәғәт тауыш биреүе» бүлегенә керегеҙ йәки тура һылтанма буйынса күсегеҙ: https://pos.gosuslugi.ru/lkp/polls/621853 . Асылған тауыш биреү исемлегендә 1-се һан аҫтындағы ҡатнашыусыны – Алмаз Заһретдиновтың «Башҡорт ҡыҙы ат менән» эшен һайлағыҙ. «Тауыш бирергә» төймәһенә баҫығыҙ. Смартфон аша тауыш бирәһегеҙме? - «Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ» ҡушымтаһы аша керегеҙ - «Тауыш биреүҙәр» бүлеген табығыҙ - «ФормАРТ» урам сәнғәте фестивале 1-се һанлы ҡатнашыусыһы Алмаз Заһретдиновты һайлағыҙ – «Тауыш бирергә» төймәһенә баҫығыҙ. - Телефон камераһы менән QR-код аша керегеҙ һәм һылтанма буйынса күсегеҙ. Асылған тауыш биреү исемлегендә 1-се һан аҫтындағы ҡатнашыусыны – Алмаз Заһретдиновтың « Башҡорт ҡыҙы ат менән» эшен һайлағыҙ. 6+

